Быйылғы йыл, билдәле булыуынса, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде.Айырыуса Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан 10 февраль көнө,Иҙәш ауылы мәктәбенең башланғыс кластары менән “Бөйөк Еңеүҙе улар яуланылар”исеме аҫтында хәрби-патриотик сара үткәрелде.Уның төп маҡсаты булып илебеҙ тарихының героик биттәренә, Ватаныбыҙ Геройҙарына ғорурлыҡ һәм ихтирам сағылдырыу булып торҙо.Уҡыусыларға класс етәкселәре алдан өйгә эш итеп,Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡарталары тураһында материал туплап килергә ҡушҡайнылар.Улар был эште бик ентекле итеп әҙерләп килеп,уларҙың күрһәткән батырлыҡтары тураһында ғорурланып һөйләнеләр.Шулай уҡ,ҡәһәрле һуғыштың,бала сағын урлаған,тыл ветерандары оләсәләренең дә яҙмыштары тураһында бәйән иттеләр.Китапханасы Зифа апалары “Башҡорт халҡының өлөшө”,“Ленинград блокадаһы”.“Блокада икмәге”тураһында һөйләгән фәһемле төшөнсәләрҙе иғтибар менән тыңланылар.Шулай уҡ уҡыусылар үҙҙәрен яралы һалдат,ҡурҡыу белмәҫ яу яланындағы шәфҡәт туташтары роленә лә инеп,үҙҙәрен һынап ҡаранылар.Һәм әлбиттә малайҙар ҡыйыу разведчиктар конкурсында үҙҙәрен ысын батырҙарса тоттолар.Эйе,бөгөнгө матур, тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән беҙ һуғышта баш һалған олатайҙарыбыҙға, Еңеү яҡынлаштырырға көстәрен йәлләмәгән өләсәйҙәребеҙгә бурыслыбыҙ, улар алдында баш эйәбеҙ!.Матур сарабыҙҙы бергәләп,”Һәр ваҡыт булһын ҡояш”исемле йыр менән тамамлап ҡуйҙыҡ.
Идяшевская сельская библиотека.Фил.5 Библиотекарь Ишмурзина Зифа Зиннатовна