#БиблиотекиЗианчуры
#ЯныбаевскаяСельскаяБиблиотека
#КлубПоИнтересам
#ЕтегәнФольклорансамбле
#15маяМеждународныйДеньСемьи
#15майХалыҡАраҒаиләКөнө
#Ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#БашҡортҒаиләһе
#БашкирскиеСемьи
#БашҡортҒаиләһеНиндәйбулырғаТейеш
15-се Май – Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә.
Халҡыбыҙҙа борон-борондан ғаилә иң төп ҡиммәттәрҙең береһе һаналған.
Ғаилә – ул кеше үҙе тыуҙыра алған иң ҙур бәхет. Ер шарында бәхетле һәм татыу ғаиләнән дә нығыраҡ берлек юҡ. Ул йәшәйештең төп өлөшө булып тора. Ғаилә ул – бер үк ваҡытта яңы тормоштоң башы ла, изге йолаларҙы һаҡлап, матур нәҫелдең киләсәк быуынының дауамы ла.
Йыл һайын 15 майҙа бөтә донъяла Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Был байрам 1993 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы башланғысы менән төрлө илдәрҙең йәмәғәтселеге иғтибарын ғаилә мәсьәләләренә йүнәлтеү маҡсатынан булдырыла.
Ғаилә, йәмғиәттең төп нигеҙе булараҡ, кеше ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте һәм быуындарҙың тарихи күсәгилешлеген һаҡлаусы, тотороҡлолоҡ һәм үҫеш шарты һанала. Уның арҡаһында дәүләт нығый, халыҡтың көнкүреше яҡшыра. Һәр заманда ла илдәрҙең йәшәйеше хаҡында ғаиләнең йәмғиәттәге урыны һәм дәүләттең уға ҡарата мөнәсәбәтенән сығып фекер йөрөтөлә. Ғаилә — мөхәббәт, хөрмәт, теләктәшлек һәм яҡынайыу сығанағы, уның именлеге — илдең сәскә атыу һәм мөмкинлектәр сараһы көнө булып тора.
Шул уңайҙан Яңыбай ауыл китапханаһында “Башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш” –девизы аҫтында, “Минең ғаиләм – минең байлығым” исемле китапхана сәғәте ойошторолдо. Сарала китапхана янында эшләп килгән “Етегән” фольклор ансамбле ғаиләләре менән ҡатнаштылар. Ике командаға бүленеп: Байрамғоловтар, Хөсәйеновтар, Хужәхмәтовтар, Күҙәшевтар ғаиләләре төрлө конкурстарҙа, уйын- ярыштарҙа ҡатнашып, үҙ-ара көс һынаштылар. Иң беренсе таҡтала бирелгән эште үтәп, кроссворд систеләр һәм артабан һөйләшәсәк төп тема “Ғаилә” һүҙен таптылар. Китапханасы был иҫтәлекле датаның ҡыҫҡаса тарихы менән таныштырып үтте һәм “Нимә ул -ғаилә?”, “Ниндәй ғаиләне беҙ бәхетле, ныҡлы ғаилә тип атай алабыҙ?”, “Ғаилә ҡиммәттәренең нигеҙе нимәлә икән?”- кеүек һорауҙар аша әңгәмә ойошторҙо, фекер алыштылар.
Артабан китапханасы уйындың дөйөм шарттары менән таныштырып, алдарында ятҡан бал кәрәҙе формаһындағы схемала “Бәхетле һәм ныҡлы ғаилә” яҙыуы, ниндәй сифаттарҙан тора уйыны аша, төрлө конкурстарҙа яуаптар табып ҡарарға саҡырҙы. Ике командаға “Отҡорҙар” һәм “Зирәктәр” бүленеп: “Ғаилә тураһында мәҡәлдәр”, “Йомаҡ ҡойошоу”, “Шиғыр һөйләү”, “Һүрәт төшөр”. “Ғаилә аш-һыуы” кеүек уйындарҙа берҙәй ярышып ҡатнаштылар. “башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш?” һорауына эҙләнеүҙәрҙән һуң һәр табылған: “мөхәббәт, түҙемлелек, тырышлыҡ, таяныс, ышаныс, татыулыҡ” һүҙҙәрен табып кәрәҙгә теҙә барҙылар. Был сифаттарға эйә булғанда ғына “бәхетле” булып, “өлгөлө” ғаиләләр рәтендә торорға мөмкин булыуына һығымта яһанылар. Командаларға йомғаҡ яһау өсөн бирелгән “Ғаилә – хазиналар утрауы” исемле уйын- викторинала ҡатнашҡан ғаиләләр араһында, алдан йыйылған мәрәйҙәр менән тигеҙләшеп дуҫлыҡ еңеп сыҡты.
Артабан китапханасы ғаилә менән китап уҡыуҙың бөтә замандарҙа ла тәрбиәнең мөһим өлөшө булып тороуын, «ғаилә» һүҙенең тәрән мәғәнәле икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып, “Ғаиләм –ҡәлғәм” исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырып, өйҙә ғаилә менән уҡыу өсөн китаптар тәҡдим итте. Был матур, фәһемле сара күргәҙмә алдында дөйөм фотоға төшөү менән тамамланды.
Ошондай саралар рухлы, халыҡтың ауыҙ-тел ижадынан аҡыл туплаған, тарихын һәм мәҙәниәтен хәтерендә тотҡан, туған телен яҡшы белгән быуын үҫеп килеүен сағылдыра.
Ғаиләбеҙ – ул беҙҙең байлығыбыҙ. Ошо байлыҡты һаҡлайыҡ һәм юғалтмайыҡ тигән теләк менән таралышты улар.
Хөрмәтле китап уҡыусылар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла был матур, мөһим һәм һәр беребеҙҙе берләштереүсе байрам менән ҡотлайбыҙ. Йорттарығыҙҙа шат балалар тауышы тынмаһын, яҡындарығыҙ ышаныслы терәк булһын, мөхәббәт йылыһы һүрелмәһен. Ғаиләләрегеҙҙең сәскә атыуын, татыу һәм берҙәм булыуын теләйбеҙ! Именлек һәм изгелек һеҙгә!